Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан аграрийҙары Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләй

Иҡтисад

3-4 ноябрҙә республиканың 11 районында Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығынан. Иртәгә, 3 ноябрҙә, агросәнәғәт комплексы алдынғыларын тәбрикләү тантаналары Бөрө, Борай, Иглин, Мәсетле, Учалы һәм Яңауыл райондарында үткәрелә. Йома көндө байрам саралары Баймаҡ, Благовар, Йәрмәкәй, Йылайыр һәм Мишкә райондарында дауам итәсәк.

Тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре БР Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнәсәк.

Һөнәри байрамдар ауыл хужалығы йылына үҙенә күрә йомғаҡ яһаясаҡ. Республика аграрийҙары быйыл мул уңыш үҫтерҙе. Шартлы мал башына 32,5 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләнгән, былтырғыға ҡарағанда был ике тапҡырға күберәк. Республика икмәк менән дә тулы күләмдә тәьмин ителгән: игенселәр 3,2 млн тонна ашлыҡ һуҡҡан. Буласаҡ уңышҡа лайыҡлы орлоҡ фонды әҙерләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть