9 декабрь, Йома

02 ноябрь 2011 йыл, 12:13

Гуманитар фәндәр уҡытыусылары Бөрөлә беренсе профессиональ форумға йыйыласаҡ

автор: Ольга Мортазина

Бөгөн Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһында тарих һәм тәбиғәт фәне уҡытыусыларының беренсе форумы асылды.

— Форумда республиканың йөҙгә яҡын тарих уҡытыусыһы ҡатнаша. Йәштәрҙе тәрбиәләүҙә гуманитар фәндәр уҡытыусылары айырыуса ҙур роль уйнай. Шул уҡ ваҡытта уҡытыусылар һәр ваҡыт белемдәрен камиллаштырып торорға тейеш. Ике көн дауамында алдынғы ғалим-тарихсыларҙың докладтарын тыңлаясаҡбыҙ. Форум эше һөҙөмтәләре буйынса сарала ҡатнашыусыларҙың материалдарын йыйынтыҡ итеп баҫтырып сығарасаҡбыҙ, — тип хәбәр итте Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһының Социаль-гуманитар институты директоры Рәмзил Ғабдулхаҡов.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, форумға республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов, тарих фәндәре докторҙары, БДПУ һәм БашДУ, Мәғарифты үҫтереү институты профессорҙары саҡырылған.

темалар: мәғариф