5 декабрь, Дүшәмбе

02 ноябрь 2011 йыл, 12:06

«Тиң мөмкинлектәр» социаль проекты сиктәрендә Өфө кешеһе бушлай кресло-каталка алды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә Республика граждандарҙы реабилитация саралары һәм  шифахана-курорт путевкалары менән тәьмин итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡалалағы инвалидтарҙың береһенә бушлай кресло-каталка тапшырҙы. Был сара «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Тиң мөмкинлектәр» социаль проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә үтте.

— Проект бөтә ил территорияһында тормошҡа ашырыла, — тип аңлатма бирҙе «Башинформ» агентлығына Республика граждандарҙы реабилитация саралары һәм  шифахана-курорт путевкалары менән тәьмин итеү үҙәге етәксеһе Эльвира Абдуллина. Мохтажлыҡ кисергән инвалидтарҙы реабилитациялауҙың техник саралары менән тәьмин итеү – уның төп маҡсаты. «Тиң мөмкинлектәр»  проекты программаһына ярашлы, мохтажлыҡ кисергән һәр инвалидтың 2012 йылдың беренсе кварталына тиклем ошондай средстволары булырға тейеш. Бөгөн беҙ Өфө граждандарының береһенә ошондай кресло тапшырҙыҡ.  

темалар: акциялар