7 декабрь, Шаршамбы

02 ноябрь 2011 йыл, 11:28

Башҡортостан экологияһы социаль технологиялар менән таҙартыласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм республикала экология мәсьәләләре өсөн яуаплы белгестәр 2 ноябрҙә Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең республика буйынса идаралығында төбәктә экологик хәлде, экология проблемаларын һәм перспективаларын тикшерәсәк. Кәңәшмәнең төп маҡсаты – йәмәғәт ойошмаларының экология өлкәһендәге уңышлы тәжрибәһенә ярҙам итеү һәм уны таратыу.

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ултырышта экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендәге ҡырҡыу мәсьәләләрҙе тикшереү планлаштырыла. Шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеген ойоштороу мәсьәләһе ҡараласаҡ. Сарала ҡатнашыусыларҙы социаль технологиялар менән таныштырасаҡтар, улар тормоштоң төрлө өлкәләрендә тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоуҙарҙы асыҡлауға йүнәлтелгән. Бынан тыш, республикала экологик мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йәштәрҙе йәлеп итеү программаһы тикшереләсәк.

Сараға республиканың Экологтар союзы, Рәсәй Тәбиғәтте һаҡлау союзы, «ЭКА» йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре саҡырылды.