9 декабрь, Йома

02 ноябрь 2011 йыл, 10:57

Өфөгә ярты метрлыҡ бармаҡлы лимон ҡайтарылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Ошо арала Өфө лимонарийы яңы экзотик үҫемлек менән тулыланды. Хәҙер Өфөнөң үҙенең Будда Ҡулы бар. Үҫемлектең фәнни атамаһы — бармаҡлы цитрон.

— Был бик һирәк экземпляр, — тине «Башинформ» агентлығына Өфө Урман хужалығы техникумының тәжрибә хужалығы мөдире Фәриҙә Садыҡова. — Беҙ уны Мәскәү күргәҙмәһенән алып ҡайттыҡ.

Әле үҫемлек урындағы теплица шарттарына яраҡлаша. Цитронға ни бары дүрт йыл, буйға ул ярты метрлыҡ ҡына. Грунтҡа күсереп ултыртҡандан һуң башҡа цитрондарҙы ҡыуып етәсәк, тип ышана лимонарий белгестәре.

Өфөгә ҡайтарылған ғәжәп үҫемлектең бәләкәй емештәре лә бар. Улар лимонды хәтерләтә, әммә «бармаҡлы». Үҫемлек атамаһы ла ошоға бәйләнгән. Лимонарийҙа экзотик сортты ишәйтеп, бармаҡлы цитрондар баҡсаһы булдырырға ниәтләйҙәр.

темалар: лимонарий