10 декабрь, Шәмбе

02 ноябрь 2011 йыл, 10:36

Милли музейҙа ҡурсаҡтар күргәҙмәһе асыла

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Өфөлә 2 ноябрҙә «Әкиәт иленән» беренсе махсус ҡурсаҡтар күргәҙмәһе асыласаҡ. Башҡортостандың Милли музейы республика рәссамдарының һәм оҫталарының һуңғы биш йылда ижад иткән иң яҡшы эштәрен тәҡдим итәсәк.

«Әкиәт иленән» күргәҙмәһенә килеүселәр ҡурсаҡ сәнғәтенең үҙенсәлектәре, нескәлектәре менән таныша аласаҡ. «Башинформ» агентлығына Милли музейҙың күргәҙмәләр бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, экспозицияла күп төрлө ҡурсаҡтар тәҡдим ителәсәк. Уларҙы эшләү өсөн оҫталар һәләтен генә ҡулланмаған, текстиль, ағас, ҡағыҙ, кейеҙ, күн һәм туҙ кеүек ҡул аҫтындағы материалдарҙы ла файҙаланған.