5 декабрь, Дүшәмбе

02 ноябрь 2011 йыл, 9:14

Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Дүртөйлө районында булды

автор: Евгений Рәхимҡолов, Тимур Рәхмәтуллин | фото: Альберт Заһиров | фото: Альберт Загиров

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Дүртөйлө районында булды, уның дауамында бер нисә спорт объекттарын реконструкциялау барышы менән танышты.

“Арғымаҡ” ат-спорт комплексы — ошондайҙарҙың береһе. Быйыл уны реконструкциялауға 15 миллион һум аҡса бүленгән. Был средстволарға бинаға беренсел ремонт үткәрелгән, ат һарайы төҙөкләндерелгән. 2012 йылда бында йәнә ике һарайҙы һәм манежды үҙгәртеп ҡороу планлаштырыла.

Дүртөйлөлә Рөстәм Хәмитов ҡала балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе стадионын ҡараны. Стадион биш йыл элек мәктәпкә бирелгән. Уға тиклем ул нефтселәр балансында булған. Яңыраҡ ҡына бында хоккей ҡумтаһы ҡуйылған, территорияһына асфальт түшәлгән. Әлеге мәлдә трибуналарҙа ремонт бара, ауыр атлетика менән шөғөлләнеүселәр залы, еңел атлеттар өсөн кейенеп сисенеү бүлмәләре һәм шахмат клубы йыһазландырыла. Киләһе йылда футбол майҙанын тигеҙләп, йүгереү юлдары һалыу планлаштырыла.

Рөстәм Хәмитов күптән түгел Өфөнөң Затон биҫтәһендә инглиз технологиялары буйынса йүгереү юлдары һалыныуын телгә алып, Дүртөйлө стадионында ла ошондай юлдар эшләргә тәҡдим итте. 400 метрлыҡ стандарт юлдың хаҡы яҡынса 3 — 5 миллион һумға баҫасаҡ. Республика Президенты, ҡала спортсыларының бик һәйбәт ҡаҙаныштары бар, шуға күрә бында еңел атлетика үҙәге ойошторорға кәрәк, тип билдәләне. Әйткәндәй, был ҡалалағы берҙән-бер стадион, ҡала халҡына спорт менән шөғөлләнер өсөн ошонан башҡа урын юҡ.

Рөстәм Хәмитов Дүртөйлө һөт продукттары комбинатында ла булды. Ул һөт продукцияһы цехы, һөттө ҡаптарға ҡойоу ҡулайламаһы менән танышты һәм предприятиеның производствоны үҫтереү пландарын тикшерҙе.

— Миңә һеҙҙең үҫешеүегеҙ һәм алға барыуығыҙ мөһим, сөнки ҡалаға яңы эш урындары кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. Шул уҡ ваҡытта ул, әгәр предприятие етәкселәре производствоны үҫтереүгә етди средстволар һала икән, билдәле ташламаларға өмөт итә ала, тип белдерҙе.

Сәфәре аҙағында Рөстәм Хәмитов предприятиела етештерелгән ризыҡтарҙан ауыҙ итте һәм урамда урындағы халыҡ менән аралашты, республика башлығы улар менән ҡаланың һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың социаль үҫеше мәсьәләләре буйынса фекер алышты.