10 декабрь, Шәмбе

01 ноябрь 2011 йыл, 17:41

Ҡырмыҫҡалы районында янғын арҡаһында ике ғаилә торлаҡһыҙ ҡалды

автор: Ольга Мортазина

Иртә таңда Ҡырмыҫҡалы районының Орловка ауылында ике фатирлы йортта янғын сыға. Йорт хужаһы уянып китә һәм төтөн еҫен һиҙеп ҡала. Янғын күрше бүлмәлә сыҡҡан була, ут түбә таҡтаһын ялмап ала һәм күрше фатирға күсә. Унда йәшәүсе ике балалы ғаилә фатирҙан сығып өлгөрә.

— Район үҙәгенән килеүсе янғын һүндереүселәр һәм Атйетәр ауылы халҡы янғындан ҡотолорға ярҙам итә. Әммә ҡотҡарыусы бригадаға һуң мөрәжәғәт иткәнгә күрә, йорт ҙур зыян күрә. Фаразланыуынса, янғын иҫке электр сымының ҡыҫҡа замыканиеһы арҡаһында сыға, — тип хәбәр итте РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Марат Борханов.

темалар: янғындар