Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың Ауырғазы районында «Таҙа ауыл» акцияһы үтә

Йәмғиәт

Ауырғазы районының Толбазы ауылында ағымдағы йылдың яҙында старт алған «Таҙа ауыл» акцияһы дауам итә. Акцияның төп маҡсаты – йәштәрҙең экологик мәҙәниәтен арттырыу. Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө территориаль идаралығы һәм район хакимиәте сығыш яһай.

— «Таҙа ауыл» акцияһын үткәреү урыны осраҡлы ғына һайланманы. Толбазы ауылын урман уратып алғанға күрә, был тәбиғәт ҡосағы йәштәрҙең яратҡан ял итеү урынына әүерелде. Тимәк, был урмандар айырыуса ярҙамға мохтаж, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.

Октябрҙә генә «Таҙа ауыл» акцияһында ҡатнашыусы Толбазы халҡы дөйөм майҙаны дүрт гектар тәшкил иткән урман-парк зонаһын таҙартҡан. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына 18 кубометр сүп-сар тейәп оҙатылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть