4 декабрь, Йәкшәмбе

01 ноябрь 2011 йыл, 16:35

Сибайҙа «Дуҫлыҡ сәскәһе» викторинаһына йомғаҡ яһалды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Сибайҙың крайҙы өйрәнеү моделле китапханаһында Башҡортостан Республикаһында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған «Дуҫлыҡ сәскәһе» зона викторинаһында еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы үтте. Ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, урындағы китапханасылар конкурс-викторинаны «Атайсал» гәзите менән берлектә ойошторған.

Конкурста «Атайсал» гәзитен уҡыусы Сибай ҡалаһы һәм Баймаҡ районы халҡы ҡатнашҡан. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты студенттары, Р.Өмөтбаев исемендәге лицей уҡыусылары ҙур әүҙемлек күрһәткән.

Өс тур һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр билдәләнде. Улар – Хөсәйенова Аделина (Баймаҡ районы), Гүзәл һәм Мәрйәм Вилдановтар (Сибай), Альмира Яналина (Баймаҡ районы); Лилиә Ғәйнуллина, Миләүшә Матинова, Наҙгөл Ҡотләхмәтова, Айгина Языкбаева (Р.Өмөтбаев исемендәге лицей).

Еңеүселәргә һәм конкурста әүҙем ҡатнашыусыларға грамоталар һәм бүләктәр тапшырылды.

темалар: конкурстар