Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә баскетбол буйынса Йәш арбитр мәктәбе эшләй башлаясаҡ

Йәмғиәт

Баскетбол буйынса Йәш арбитр мәктәбен ойоштороусы булып Өфө хакимиәтенең Мәғариф идаралығы һәм Башҡортостан Республикаһының Баскетбол федерацияһы сығыш яһаны.

Мәктәптең төп бурысы – баскетбол арбитрҙарын эҙләү, һайлап алыу, уҡытыу һәм артабан уларҙы ҡала, республика, шулай уҡ Рәсәй ярыштарында ҡатнашыусы судьялар исемлегенә тәҡдим итеү.

Уҡытыу «Судьялыҡ теорияһы һәм методикаһы» программаһы буйынса үткәреләсәк, ул ярты йылға иҫәпләнгән. Уҡытыусылар судьялыҡ менән бәйле һуңғы уҡытыу-методик материалдарҙы һәм программаларҙы ҡулланасаҡ.

Уҡыусыларға төрлө категориялы алдынғы судьялар белем бирәсәк. Улар араһында — FIBA судьяһы Владимир Охрименко, республика кимәлендәге судьялар — Владимир Разбежкин, Тимур Вәлиәхмәтов, Валерий Дерепаско, Евгений Шахов.

Уҡыуға 16-25 йәшлек егет һәм ҡыҙҙар саҡырыла. Дәрестәр аҙнаһына бер – һәр шаршамбы һайын 18 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем 18-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһында үткәреләсәк.

Беренсе дәрес шаршамбы, 2 ноябрҙә, үтәсәк. Башлана – 18 сәғәттә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть