11 декабрь, Йәкшәмбе

01 ноябрь 2011 йыл, 15:12

Башҡортостан парламенты ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының яңы составы билдәләнә

автор: Людмила Терновая

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы өсөнсө саҡырылыш Йәштәр йәмәғәт палатаһы составына йәштәр һәм балалар йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен конкурс нигеҙендә һайлап алыуҙың беренсе этабы тамамланды, тип хәбәр итә республика парламентының матбуғат хеҙмәте.

Конкурс комиссияһына 70-тән ашыу ғариза берелгән. Комиссия ағзалары фекеренсә, бөтә кандидаттар ҙа конкурс буйынса һайлап алыу тәртибе тураһындағы положение талаптарына яуап бирмәй. Әлеге ваҡытта конкурс комиссияһы конкурстың икенсе этабына (ситтән тороп ҡатнашыу этабына) күсте. Документтарҙың тулылығы, үҙ ағзаларын йүнәлткән ойошмаларҙың йәмәғәт эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге һәм мөһимлеге, ижади эштәрҙең аңлайышлы итеп бирелеүе, дәлилдәрҙең ышандырырлыҡ булыуы һәм һығымталары, кандидаттың көнүҙәк йәмәғәт проблемаларын дөрөҫ аңлауы тикшереләсәк. Конкурстың икенсе этабы йомғаҡтары буйынса 25 кандидат һайлап алынасаҡ. Был кандидаттар конкурстың өсөнсө этабын үткәреү урыны һәм ваҡыты тураһында ваҡытында иҫкәртеләсәк.  

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һуңғы ултырышында Башҡортостан Президенты һәм республика парламенты менән күрһәтелгән Йәштәр йәмәғәт палатаһының 20 ағзаһы раҫланды. Әле Йәштәр йәмәғәт палатаһының тулы составын туплау буйынса эш алып барыла — ҡалған 15 ағза йәштәр һәм балалар йәмәғәт ойошмалары кандидаттары иҫәбенән билдәләнә.