4 декабрь, Йәкшәмбе

01 ноябрь 2011 йыл, 14:19

Рөстәм Хәмитов Өфөлә 2013 йылғы Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарына әҙерлек һәм уны үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

автор: "Башинформ"

1 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Өфө ҡалаһында 2013 йылғы VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарына әҙерлек һәм уны үткәреү тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

Указға ярашлы, VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары Башҡортостандың баш ҡалаһында 2013 йылдың февраль-мартында үтәсәк. Ойоштороу комитеты менән берлектә республика Хөкүмәтенә 2011 йылдың 20 декабренә тиклем уйындарға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса саралар планын раҫларға, шулай уҡ указды ғәмәлгә ашырыуға бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылған.  

Белешмә өсөн. Халыҡ-ара балалар уйындары Халыҡ-ара Олимпия комитеты ярҙамында 1968 йылдан башлап үткәрелә. Йола буйынса унда 12-15 йәштәрҙәге балалар ҡатнаша. Уйындар ойошторолғандан алып унда 37 мең йәш спортсы ҡатнашҡан. 1968 йылдан алып 44 йәйге һәм биш ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындары ойошторолған. Өфөгә ярыштарға донъяның төрлө илдәренән меңгә яҡын уҡыусының килеүе көтөлә.