Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Саҡмағош районында булды

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Саҡмағош районында булды. Сәфәр барышында Үҙәк район дауаханаһы һәм Байбулат һөт-тауар фермаһы менән танышты.

Һөт-тауар фермаһында 15 көн элек кенә яңы һөтсөлөк комплексы эшләй башлаған. Республика Президентына Рәсәй-Израиль ҡоролмаһын күрһәттеләр. Ул һөт йыйыу процесын теркәй, һыйырҙарҙың сәләмәтлек торошона, уларҙы ашатыуға күҙәтеү яһай, һөткә иҫәп алып бара. Бындай компьютер системалары республиканың өс фермаһында – Саҡмағош, Ҡариҙел һәм Дүртөйлө райондарында урынлаштырылған. Был ҡоролма Ижевскиҙан килтерелә.

Рөстәм Хәмитов ферма етәкселеге менән киләсәккә производство пландарын тикшерҙе. Уларҙың әйтеүенсә, быйыл Башҡортостан Хөкүмәте һиҙелерлек ярҙам күрһәткән: ҡорамал һәм яғыулыҡ һатып алыуға субсидия бүлгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть