6 декабрь, Шишәмбе

01 ноябрь 2011 йыл, 14:03

Йәрминкәләрҙә 22 мең тонна ауыл хужалығы продукцияһы һатылған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Уҙған ял көндәрендәге йәрминкәләрҙә 2,5 мең тонна продукция һатылған, тип хәбәр иттеләр БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетында. Йәрминкәләрҙең беренсе көнөнән алып йәмғеһе 22 мең тонна продукция һатылған.

Октябрҙәге һуңғы ял көндәренә ауыл халҡы 140 тонна һыйыр ите, 63 тонна сусҡа ите, 16 тонна һарыҡ ите, 6 тонна йылҡы ите һатҡан. Сауҙа майҙандарында йәшелсә продукцияһы ла тәҡдим ителгән. Ҡала халҡы 949 тонна картуф, 96,6 тонна кишер, 473 тонна һуған, 52 тонна сөгөлдөр, 627 тонна кәбеҫтә һатып алған. Республика халҡы балды ла әүәлгесә теләп һатып ала.

Дәүләт комитеты белгестәре йәрминкәләрҙе анализлап, бөтә төрҙәге иттәр араһынан -  һыйыр итенең, ә йәшелсә культураларынан кәбеҫтәнең ҙур һорау менән ҡулланғанын билдәләгән. Ҡалған позицияларға һорауҙың әкренләп кәмеүе күҙәтелә. Был ҡала халҡының күбеһенең  ҡышҡылыҡҡа етерлек запас туплауы хаҡында һөйләй.

Йәрминкәләр дауам итә, сауҙа рәттәрендә йәшелсәләргә алмашҡа ит продукцияһы килә.