9 декабрь, Йома

01 ноябрь 2011 йыл, 13:23

Республика делегацияһы Латвияла башҡорт диаспораһы вәкилдәре менән осрашты

автор: Тимур Рәхмәтуллин | фото: Финат Гәзизов

«Рәсәй терәге» дөйөм Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ойошторолған «Башҡортостан — Европа 2011» исемле автоуҙышта ҡатнашыусы 12 кеше Латвияға килде. Унда беҙҙең республика вәкилдәре бер нисә мөһим осрашыу үткәрҙе, шул иҫәптән башҡорт диспораһы вәкилдәре менән күреште, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Латвия башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Финат Ғәзизов. Был осрашыуҙарҙы үткәреүҙә Башҡортостан Республикаһының Балтика төбәгендәге ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты вәкиле, башҡорт диаспораһының әүҙем эшмәкәре Рина Хәмитова ярҙам итте.

Ригала бизнесмендар һәм йәмәғәт ойошмалары етәкселәре менән ике яҡлы осрашыуҙар үткәрелде. Латвияның милли-мәҙәни йәмғиәттәре ассоциацияһында түңәрәк өҫтәл үтте, сарала хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре һәм перспективалары тикшерелде.

Бынан һуң делегаттар Юрмала ҡалаһына юлланды, унда улар билдәле рәссам Виталий Ермолаев күргәҙмәһендә булды. Автоуҙышта ҡатнашыусылар Латвия башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре менән Елгава ҡалаһында ла булды. Бында урындағы бизнесмендар һәм ҡала етәкселеге менән осрашыуҙар үтте. Шулай уҡ бөгөнгә Рига Думаһы етәкселеге менән осрашыу планлаштырылған.

Сара һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһының урта һәм бәләкәй бизнес вәкилдәре өсөн отчет төҙөләсәк, унда автоуҙыш үтәсәк илдәрҙең бизнесмендары менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт буласаҡ. Автоуҙышта ҡатнашыусылар Рәсәй, Белоруссия, Балтик буйы, Польша, Германия һәм Швейцария ҡалалары аша үтәсәк.