7 декабрь, Шаршамбы

01 ноябрь 2011 йыл, 11:36

Өфөлә Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт республика йәштәр премиялары тапшырыласаҡ

автор: Дмитрий Слезин

Шаршамбы, 2 ноябрҙә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Йортонда Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт республика йәштәр премияларын тапшырыу тантанаһы үтәсәк.

Лауреаттарҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов, БР Хөкүмәте вице-премьеры Зөһрә Рәхмәтуллина, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин, комиссия ағзалары һәм яҡын туғандары ҡотлаясаҡ.

Дәүләт премиялары Башҡортостандың фәнни потенциялын үҫтереү, иң һәләтле йәш ғалимдарҙы асыҡлау һәм уларҙы дәртләндереү маҡсатында 2002 йылдан башлап бирелә.

Быйыл Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт республика йәштәр премияларына дәғүә итеүгә Башҡортостандың төрлө ҡалалары һәм райондарынан 55 эш тәҡдим ителгән. Шуларҙан 21 эш — гуманитар, 20-һе – тәбиғи һәм 14-е – техник фәндәр өлкәһендә.

Дәүләт премияһы ғалимдар хеҙмәтенең юғары баһаһы булып тора. Премия булдырылғандан алып уға 15 йәш ғалим һәм туғыҙ ғилми коллектив лайыҡ булған.

темалар: наградлауҙар