11 декабрь, Йәкшәмбе

01 ноябрь 2011 йыл, 10:40

Өфө эшҡыуарҙары өсөн бушлай консультациялар ойошторола

автор: Любовь Колоколова

Өфө Эшҡыуарҙар берләшмәһенең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары эшмәкәрлеге буйынса түләүһеҙ консультациялар үтәсәк. Улар эшҡыуарҙарҙың мәғлүмәтлелеген күтәреү һәм юридик белемен арттырыу маҡсатында ай һайын ойошторола.

9 ноябрҙә «Персонал туплау һәм уны өйрәтеүҙең һөҙөмтәле алымдары» темаһына консультацияны «Респект» хоҡуҡ компанияһының персонал бүлеге етәксеһе Лилиә Камалетдинова үткәрә.

16 ноябрҙә «Һалым һалыуҙы ҡулайлаштырыу һәм бухгалтерлыҡ иҫәбен алып барыуға сығымдарҙы кәметеү» темаһына «Бизнес-партнер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Диана Киселева кәңәштәрен бирәсәк.

22 ноябрҙә  «Фонд АЯКС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директорының эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса урынбаҫары Ирек Ильясов бәләкәй һәм урта бизнес менән шөғөлләнеүҙең юридик аспекттары тураһында һөйләйәсәк.

Консультациялар 16 сәғәттән 18-гә тиклем Өфө ҡалаһы, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 48/1 адресы буйынса үткәрелә. 241-47-44 телефоны аша алдан теркәлеү мотлаҡ.

темалар: эшҡыуарлыҡ