Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусылар «Земство табибы» программаһы проекты менән танышты

Йәмғиәт

Башҡортостандың «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Земство табибы» проекты тормошҡа ашырыласаҡ төбәктәр иҫәбенә инеүе ихтимал. Бөгөн федераль программа проекты менән Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусылар таныша алды. Сараны вуз хакимиәте ярҙамында «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы ағзалары ойошторҙо. Студенттар менән асыҡ һөйләшеүҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы ағзаһы Рөстәм Игбаев, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының кадрҙар менән тәьмин итеү һәм дәүләт граждандар хеҙмәте бүлегенең баш белгес-эксперты Раян Миһранов, БДМУ-ның клиник ординатура һәм интернатура бүлеге начальнигы Фларис Мусин һәм башҡалар ҡатнашты.

«Земство табибы» федераль программаһы 2012 йылдың 1 ғинуарынан эшен башламаҡсы. Программа ауыл еренә йәш белгестәрҙе йәлеп итеү сараларын күҙ уңында тота. Шулай итеп, биш йыл дауамында ауыл дауаханаларында эшләргә теләүсе һәр табипҡа дәүләттән 1 миллион һум бүленәсәк. Был инициатива менән «Берҙәм Рәсәй» партияһы һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты лидеры, РФ Премьер-министры Владимир Путин сығыш яһаны.

Программа әлегә эшләнеү өҫтөндә, шуға күрә студенттар барлыҡ һорауҙарына ла тулы яуап ала алманы. Әммә, Рөстәм Игбаев һүҙҙәренсә, йыл аҙағынаса программа эшләнеп бөтәсәк.

«Земство табибы» проекты, тәү сиратта, ауылдарҙа һаулыҡ һаҡлауҙың сифат кимәлен арттырыуға йүнәлтелгән, тип билдәләне Рөстәм Игбаев.

— Бөгөн ауыл ерендә белгестәр етешмәй. Күпселек осраҡта был социаль-көнкүреш, торлаҡ мәсьәләләре, түбән эш хаҡы менән бәйле. «Земство табибы» проекты был проблеманы хәл итергә реаль мөмкинлек бирә, — тине Рөстәм Игбаев.

Программаның ҙур потенциалы бар һәм уны уңышлы тормошҡа ашырғанда, ауыл ерендә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәшеп була, тип билдәләне ул.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть