10 декабрь, Шәмбе

01 ноябрь 2011 йыл, 9:23

2012 йылдан алып Башҡортостан өҫтәп янғын һүндереү техникаһы һатып аласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Республика урмансылары алдағы дүрт йылда Силәбе трактор заводынан бульдозерҙар партияһын һатып алырға ниәтләй. Төбәккә был предприятиенан ағымдағы йылда ҡайтарылған ауыр махсус техника партияһы урман янғындарын һүндереүҙә үҙен отошло транспорт итеп күрһәткән, шуға күрә Силәбе трактор заводы менән хеҙмәттәшлекте дауам итергә ҡарар ителгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Башҡортостанды урман янғындарын һүндереү техникаһы менән тәьмин итеүгә заводтар менән төҙөлгән контракттарҙың дөйөм суммаһы былтыр 112 млн һум тәшкил иткән. Был маҡсатҡа федераль һәм республика бюджеттарынан аҡса бүленгән (93 һәм 19 млн һум).

— Силәбе трактор заводының ауыр, күп функциялы махсус янғын һүндереү техникаһын өҫтәп поставкалау «2011-2015 йылдарға урмандарҙы янғындарҙан һаҡлау» республика айырым маҡсатлы программаһы сиктәрендә алып барыласаҡ. Әле ойошторолоусы өсөнсө типтағы ҙур янғын һүндереү-химия станцияларын ошо техника менән йыһазландырыу планлаштырыла. Әле республикабыҙҙа улар алтау. Урмандарҙы янғындарҙан һаҡлау программаһы сиктәрендә ҡайтарылырға тейешле ауыр техниканың теүәл иҫәбе әлегә билдәле түгел, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллин.

Белешмә өсөн. «2011-2015 йылдарға урмандарҙы янғындарҙан һаҡлау» республика айырым маҡсатлы программаһын ғәмәлгә ашырыу Башҡортостан урман хужалығының тотороҡло үҫешен тәьмин итергә, шулай уҡ төбәктең ағас эшкәртеү сәнәғәте үҫеше өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Дөйөм алғанда программа 808 млн һумдан ашыу суммаға финанслана.