Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

29 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Учалыла күп ҡатлы йорттарҙың совет рәйестәрен уҡытыу буйынса семинар үтте

Сәйәсәт

Учалыла күп ҡатлы йорттарҙың совет рәйестәрен уҡытыу буйынса семинар үтте. Сара Рәсәй Хөкүмәте инициативаһы буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе менән әҙерләнгән һәм тормошҡа ашырылған «Домком» проекты сиктәрендә ойошторолдо. Был хаҡта райондың рәсми сайтында хәбәр ителә.

Лекция тыңлауҙан тыш, совет рәйестәре методик ҡулланмалар ҙа алды. Күп фатирлы йорттарҙың совет рәйестәре танытмалары уларға алдағы арала биреләсәк.

Шулай уҡ семинар үткән көндө йорт советы рәйестәре үҙҙәре араһынан «Башҡортостан республикаһының йорт комитеттары союзы» йәмәғәт хәрәкәтенең республика конференцияһына делегаттар һайланы. Улар – Вилена Шәрипова, Светлана Сатлыкова, Антонина Ивашечкина, Валерий Янкин.

Бөгөнгө көнгә Учалыла йәмғеһе 136 йорт комитеты рәйесе һайланған. Уларҙың күпселек өлөшө — 70% тирәһе — пенсионерҙар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть