11 декабрь, Йәкшәмбе

31 октябрь 2011 йыл, 17:22

25 ноябрҙә Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү мәсьәләләре буйынса республика советының күсмә ултырышы үтәсәк

автор: Сергей Захаров

25 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың күрһәтмәһе буйынса Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү мәсьәләләре буйынса республика советының күсмә ултырышы үтәсәк. Был юлы төньяҡ-көнсығыш төбәктәрҙең — Салауат, Балаҡатай, Дыуан, Мәсетле һәм Ҡыйғы райондарының мәсьәләләре ҡараласаҡ. Медсоветтың пленар өлөшө Салауат районының Малаяҙ ауылында үтәсәк.

— 20 ноябргә барлыҡ объекттарҙа ла төҙөлөш эштәре тамамланып, бөтөн кәрәкле медицина ҡорамалдары һатып алынған булырға тейеш, -  тигән бурыс ҡуйҙы 31 октябрҙә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Премьер-министр Азамат Илембәтов. — Ваҡыт аҙ ҡалды. Был эштә бер өҙөклөк тә булырға тейеш түгел.

Вице-премьер Фидус Ямалетдиновтың билдәләүенсә, беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеүсе дауалау-профилактика учреждениеларының муниципаль-ара үҙәктәр менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүе, шулай уҡ тиҙ медицина ярҙамы күрһәтеүҙең һөҙөмтәлелеге, эшкә яраҡлы йәштәгеләр араһында үлем күрһәткесе кеүек мәсьәләләр медсоветтың төп темалары буласаҡ.

Ултырышҡа «Һаулыҡ һаҡлау» бүлеге буйынса муниципаль берәмектәр эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелек күрһәткестәре йыйынтығы әҙерләнгән, «Здравоохранение и социальное развитие Башкортостана» фәнни-ғәмәли журналының һәм «Территория здоровья — Башкортостан» журналының махсус сығарылыштары әҙерләнә, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.