Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Башҡортостан пенсионерҙары 5 меңгә Төркиәгә барып ҡайтты

Йәмғиәт

Социаль туризм программаһы арҡаһында Башҡортостандың ябай пенсионерҙары Төркиә курорттарына барып ҡайтты. Путевкалар уларға ни бары 5 мең һумға төштө, тип хәбәр иттеләр БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында. Ҡалған сығымдарҙы республика бюджеты үҙ өҫтөнә алған. Программала ҡатнашыусыларҙың ҡайһы берәүҙәре республика шифаханаларында ял итеүҙе йәки Рәсәйҙең башҡа ҡалаларына барыуҙы хуп күргән.

Бөгөнгө көндә Башҡортостан социаль туризм проектын бойомға ашырған берҙән-бер төбәк булып тора. Ошо проект арҡаһында оло йәштәгеләр һәм инвалидтар дәүләт ярҙамында Рәсәй шифаханаларында һәм сит илдәрҙә ял итеү мөмкинлеге алды.  

Был пилот проектын тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың башланғысын Мәскәүҙә үткән осрашыуҙа Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев та хупланы.

Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда йәшәгән 3 мең пенсионер һәм инвалид был программа менән файҙаланасаҡ, тип күҙаллана. Республика буйынса турҙарға — дөйөм путевкалар иҫәбенең 60 проценты (1800),  Рәсәй буйынса турҙарға — 30% (900), сит илдәр буйынса турҙарға 10% (300) субсидияланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть