5 декабрь, Дүшәмбе

31 октябрь 2011 йыл, 16:03

Өфөлә 2000 ағас ултыртыласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Шишәмбе, 1 ноябрҙә, Өфөлә «Башҡортостан сәскәләре» асыҡ акционерҙар йәмғиәте биләмәһендә 2000 ағас ултыртыласаҡ. Акцияны Өфө халҡының инициативалы төркөмө ойоштора.

Ағас ултыртыуҙа һәр кем ҡатнаша ала. Тәбиғәтте һаҡлау хәрәкәте активистары Дуҫлыҡ монументы эргәһендә 10.00 сәғәттә йыйыласаҡ. Акция үткәреү урынына уларҙы махсус автобус алып барасаҡ.

«Башинформ» агентлығына иртәгә үтәсәк экологик акцияла ҡатнашыусыларҙың береһе — «ЭКА» йәмәғәт ойошмаһының төбәктәге етәксеһе Гүзәл Латыпова хәбәр итеүенсә, үҫентеләрҙең барыһын да Өфөнөң Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы биргән.