Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Нәжип Асанбаевтың юбилейы Өфөлә театраль фестиваль менән билдәләнәсәк

Йәмғиәт

7 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, драматург Нәжип Асанбаевҡа 90 йәш тула. Яҙыусының юбилейы айҡанлы 2 — 8 ноябрҙә Өфөлә матур датаға арналған театр фестивале үтәсәк. М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә юбилей кисәһе 9 ноябргә билдәләнгән.

Фестиваль афишаһы юбилярҙың төрлө йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәре буйынса әҙерләнгән спектаклдәрҙән тора. «Башинформ» агентлығына ойоштороусыларҙың хәбәр итеүенсә, Өфө «Нур» татар дәүләт театрында Салауат башҡорт драма театры артистары үҙенең оҫталығын күрһәтәсәк. 2 ноябрҙә, фестивалдең тәүге көнөндә, коллектив — «Сейәле тау»ҙы, 3 ноябрҙә – «Зәйтүнгөл»дө, 4 ноябрҙә – «Ете ҡыҙ» спектаклен күрһәтәсәк.

5 ноябрҙә «Нур» театры  үҙенең сәхнәһендә «Шишмә» спектаклен ҡуя.

7 ноябрҙә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Туймазы татар дәүләт драма театрының спектаклен ҡарарға мөмкин. Туймазылар тамашасыларға «Рәйсә+Фәйзи»не тәҡдим итәсәк.

6 ноябрҙән фестиваль марафоны Башҡорт академия драма театрында старт ала. Был көндө академтеатр труппаһы тамашасыларға театрҙың баш режиссеры Айрат Әбүшахманов ҡуйған «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» тарихи драмаһын тәҡдим итәсәк.  

8 ноябрҙә ошонда уҡ «Ҡыҙыл паша — Кәрим Хәкимов» пьесаһы көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть