9 декабрь, Йома

31 октябрь 2011 йыл, 15:37

Күмертауҙа күп ҡатлы йорттарҙың совет рәйестәрен уҡытыу буйынса семинар үтте

автор: Марина Шумилова

«Домком» республика проекты сиктәрендә Күмертауҙа күп ҡатлы йорттарҙың совет рәйестәрен уҡытыу буйынса семинар үтте. Сарала ҡатнашыусылар торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыу өлкәһендә дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәре, күп фатирлы йорттар менән идара итеүҙең хоҡуҡи, ойоштороу, иҡтисади нигеҙҙәре менән танышты.

Семинарҙа Күмертау хакимиәте башлығы урынбаҫары Наталья Лапшина, юристар һәм экономистар ҡатнашты. Уның һөҙөмтәләре буйынса методик күрһәтмәләр булдырылды, улар совет рәйестәренә таратылды.

Сара тамамланғас, унда ҡатнашыусылар күп фатирлы йорттарҙың совет рәйестәре танытмаларын, шулай уҡ «Күп фатирлы йорт менән үҙаллы идара итеүҙең хоҡуҡи, финанс һәм иҡтисади нигеҙҙәре» программаһы буйынса сертификаттар алды.