7 декабрь, Шаршамбы

31 октябрь 2011 йыл, 15:14

Республикала 17 мең гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө йыйып алырға ҡалған

автор: Ғәлиә Нәбиева

31 октябргә ҡарата республика аграрийҙары бер миллион 170 тонна шәкәр сөгөлдөрө йыйып алған. Шуның 675318 тоннаһы эшкәртеүгә оҙатылған, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығынан. Тағы 17 мең гектарҙа татлы тамыраҙыҡ йыйып алырға ҡалған.

Ҡырмыҫҡалы районы эшсәндәре 150 мең тонна уңыш алған. Был республикалағы иң яҡшы һөҙөмтә. Әлшәй, Благовар, Мәләүез һәм Шишмә районы сөгөлдөрсөләре иҫәбендә 100 мең тоннанан ашыу. Иң юғары уңыш – гектарынан 300 һәм унан күберәк центнер — Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондарында. Сөгөлдөр уңышын йыйып алыу тамамланыуға яҡынлашты.