3 декабрь, Шәмбе

31 октябрь 2011 йыл, 14:33

Башҡортостан вәкилдәре Волга буйы федераль округындағы моделле ауыл китапханалары фестивалендә ҡатнашасаҡ

автор: Әлфиә Әһлиуллина

«Моделле ауыл китапханаһы – мәғлүмәт донъяһына тәҙрә» Волга буйы федераль округындағы моделле ауыл китапханалар төбәк-ара фестивале 1-2 ноябрҙә Ульяновскиҙа «Рәсәй мәҙәниәте (2006-2011 йылдар)» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә үтәсәк. Башҡортостан исеменән Өфө, Белорет һәм Мишкә райондары китапханасылары ҡатнашасаҡ.

Бөгөн моделле китапханалар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә өсөнсө урында тора. Беренсе бындай китапхана Өфө районының Алексеевка ауылында 2004 йылда асылған. Әлеге ваҡытта власть һәм урындағы үҙидаралыҡ органдары ярҙамы менән бындай юғары технологиялы мәҙәниәт учреждениелары республика ауылдарында аҙна һайын тиерлек асыла. Шулай итеп, 30 октябрҙә моделле китапханалар Дәүләкән районының Мәкәш һәм Ҡоръятмаҫ ауылдарында асылды. 2 ноябрҙә Баҡалы районы Баҡалы ауылында Башҡортостан өсөн юбилейлы булған йөҙөнсө моделле китапхана үҙ уҡыусыларын ҡабул итәсәк. Шул уҡ көндә моделле китапхана райондың Ахман ауылында үҙ ишектәрен асасаҡ.