8 декабрь, Кесе йома

31 октябрь 2011 йыл, 12:52

Германия Стәрлетамаҡ менән хеҙмәттәшлек итергә теләй

автор: Евгений Рәхимҡолов

Германия Стәрлетамаҡ менән хеҙмәттәшлек итергә теләй. Партнерлыҡ мөнәсәбәттәренең үҫеш перспективалары Германияның Иҡтисад һәм технологиялар федераль министрлығы тарафынан ойошторолған ил эшҡыуарҙары делегацияһының Стәрлетамаҡҡа визиты барышында тикшерелде. Был хаҡта ҡаланың рәсми сайтында хәбәр ителә.

Түңәрәк өҫтәл сиктәрендә ҡунаҡтар ҡала башлығы Алексей Изотов һәм Стәрлетамаҡ сәнәғәт компаниялары етәкселәре менән ҡала һәм Германия предприятиелары араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Осрашыу барышында ҡалдыҡ һыуҙарҙы таҙартыу, энергияны һаҡсыл ҡулланыу мәсьәләләре ҡуҙғатылды. Бынан тыш, Стәрлетамаҡ предприятиелары етәкселәре Германия яғы менән тәҡдим ителгән торба үткәргестәре эшләүҙә яңы материалдар ҡулланыу мөмкинлеген ҡараны.