4 декабрь, Йәкшәмбе

31 октябрь 2011 йыл, 12:12

Рөстәм Хәмитов Мәскәү вуздарында уҡыусы Башҡортостан студенттары менән осрашты

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Андрей Старостин

27 октябрҙә илдең баш ҡалаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәү вуздарында уҡыусы Башҡортостан студенттары менән осрашыу үткәрҙе. Әңгәмә барышында республика башлығы үҙенең студент йылдары хәтирәләре менән бүлеште, Башҡортостандағы бөгөнгө хәл менән таныштырҙы, тормошҡа ашырылған проекттар, төбәктең алдағы йылдарға үҫеш перспективалары хаҡында һөйләне, шулай уҡ йәштәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Был хаҡта Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

— Был осрашыуҙы ойошторорға Рәсәй Федерацияһы Президентының төрлө вуз студенттары менән осрашыуы сәбәп булды, — тине Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостан Республикаһының әлеге торошо тураһында сыҡҡан бәхәс минең өсөн көтөлмәгәнлек булды. Һәм хеҙмәттәштәрем шул осрашыуҙа ҡатнашҡан студенттарҙы фекер алышыу өсөн бында саҡырҙы. Әммә бәхәсте башлап ебәреүсе – Наил Ниғмәтуллин бында булмағас, был хаҡта һөйләшеп тормаясаҡбыҙ. Бәлки, ҡасандыр уның менән бәйләнешкә сығып булыр. Әммә Башҡортостан Республикаһы Президенты саҡыра икән, осрашыуға килеп, борсоған мәсьәләләрҙе тикшереү, аңлашыу дөрөҫ булыр ине.

Башҡортостан Президенты республиканың күп милләтле төбәк булыуын билдәләне:

— Республикалағы милләт-ара мөнәсәбәттәргә килгәндә, хәлдең тотороҡло, тыныс булыуы хаҡында ышаныслы әйтә алабыҙ.

Республика башлығы төбәк өсөн милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең түгел, ә иҡтисади мәсьәләләрҙең тәү урында тороуын билдәләне.

— Беҙҙә 50-60 йыл элек булдырылған иҡтисад тармаҡтары һуңғы ваҡытта яңырыу кисермәгән. Республика был йәһәттән йылдамыраҡ, әрһеҙерәк төбәктәрҙән артта ҡала башланы. Улар инвестициялар йәлеп итеп, заманса яңы предприятелар булдырып, халыҡтың иҡтисади әүҙемлеген арттырып, үҫеш юлына баҫты. Беҙҙә был йәһәттән эш алып барылманы. Нефть беҙҙе ҡотҡарыр, тип кенә әйтергә өйрәнгәнбеҙ, әммә моноиҡтисад ҡына үҫеш генераторы була алмай.  Беҙгә инновациялар, заманса фән кәрәк.

Рөстәм Хәмитов әңгәмә барышында эш хаҡы тураһында ла әйтте:

— Ул бөгөн шул тиклем бәләкәй, хатта был хаҡта әйтеүе лә оят. Йәштәр өсөн эш урындары юҡ. Башҡортостанға ҡайтһағыҙ, мин һеҙгә эш хаҡы юғары булған, заманса, перспективалы эш урындары вәғәҙә итә алмайым.

Республика башлығы һүҙҙәренсә, Башҡортостан өсөн бөгөн иң мөһиме – халыҡты эш, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итеү, шулай уҡ торлаҡ, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү.

— Быларҙың барыһы ла бик ауыр эшләнә. Ваҡыт кәрәк, халыҡтың, йәмғиәттең ярҙамы ла кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. – Бер кеше генә быларҙы башҡара алмай. Йәмғиәттәре көслө булған, дуҫ йәшәүсе илдәр генә уңыштарға өлгәшә ала. Республикала милли, социаль һәм иҡтисади мәсьәләләр буйынса бүлгеләнеүҙәр булмаһын өсөн, шундай йәмғиәт булдырыу – минең бурыс.