3 декабрь, Шәмбе

31 октябрь 2011 йыл, 12:02

Сәнәғәт предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһе көтөлә

автор: Галина Бахшиева

Кесаҙна, 3 ноябрҙә, Өфөлә сәнәғәт предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк. Иҫәп буйынса 54-се вакансиялар йәрминкәһендә 20-ләгән баш ҡала предприятиеһының ҡатнашыуы көтөлә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Өфөнөң халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән.

— Үткән аҙнала беҙ транспорт һәм элемтә предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһе үткәрҙек.  Унда ҡаланың 25 эш биреүсеһе ҡатнашты, улар халыҡҡа 300-ҙән ашыу эш урыны тәҡдим итте. Сараға 500 кеше килде, шуларҙың йөҙҙән ашыуы йәрминкәлә үк эш биреүселәр менән әңгәмәләшеү үтеп, 80-е эшкә саҡырылды. Эш менән тәьмин итеүселәр беҙҙең мәғлүмәттәр базаһынан йәнә 300 кешене һайлап алды, — тип хәбәр итте Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина.