8 декабрь, Кесе йома

31 октябрь 2011 йыл, 11:40

Һайлау бюллетенендә сәйәси партияларҙың урынлашыу тәртибе билдәләнде

автор: Марина Шумилова

Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һайлау комиссияһында Дума һайлауҙарындағы һайлау бюллетендәрендә сәйәси фирҡәләрҙең атамаларын һәм эмблемаларын нисек урынлаштырыуға йәрәбә һалынды. Һөҙөмтәлә ете сәйәси партияның бюллетендәрҙә урынлаштырылыуы буйынса түбәндәге тәртип раҫланды:

1.«Ғәҙел Рәсәй» сәйәси партияһы

2.«Рәсәйҙең Либераль-демократик партияһы»

3.«Рәсәй патриоттары» сәйәси партияһы

4.«Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы»

5.«ЯБЛОКО» Рәсәй берләшкән демократик партияһы»

6.«Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы

7.«Хаҡ эш» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы.

Йәрәбә һалыу сәйәси фирҡәләрҙең һайлау бюллетенендә урынлашыу тәртибен генә түгел, һәр һайлау участкаһында ҡуйыласаҡ мәғлүмәт стендтарында партиялар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе биреү тәртибен дә билдәләй, — тип Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Николай Конкиндың һүҙҙәрен килтерә РИА Новости.

темалар: һайлау