9 декабрь, Йома

31 октябрь 2011 йыл, 10:53

Башҡортостанда ислам нигеҙҙәренән белем биргән 70-тән ашыу уҡытыусы аттестация үтте

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратында бер аҙна барған аттестация дауамында 70-тән ашыу кеше Башҡортостан мәсеттәрендә ислам нигеҙҙәрен уҡытырға хоҡуҡтарын раҫлаусы таныҡлыҡтар алды.  

БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, БР мосолмандары Диниә назараты рәйесенең мәғариф мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Руслан Сәйәхов һәм тәжрибәле уҡытыусыларҙан торған аттестация комиссияһы һынау үтеүселәрҙең ислам хоҡуҡтары, йолалары, Ҡөрьән, мосолман этикеты, Мөхәммәт пәйғәмбәр тормошо буйынса белемдәрен тикшерҙе.  

Руслан Сәйәховтың билдәләүенсә, уҡытыусыларҙың белем кимәле уҙған йылдар менән сағыштырғанда ярайһы ныҡ күтәрелгән.

Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин әйтеүенсә, бындай тикшереүҙәр даими үткәреләсәк. Ул бынан алдараҡ республика мәсеттәре имамдарының да аттестация үтеүен телгә алды.  

— Беҙгә райондарҙағы мәсеттәрҙә эшләгән кешеләрҙең ниндәй белемгә эйә булыуын белеү мөһим, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды мөфтөй. – Аттестация арҡаһында уҡытыусыларыбыҙҙың көслө булыуын асыҡланыҡ һәм улар менән артабан ниндәй йүнәлештә эшләргә кәрәклеген билдәләнек.

темалар: дин, мәғариф