7 декабрь, Шаршамбы

31 октябрь 2011 йыл, 10:30

Республиканың йәш ғалимдары АҠШ-ҡа стажировкаға бара

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостандың йәш ғалимдары АҠШ-та стажировка үтәсәк. Улар өсөн Өфөлә «АҠШ-тың закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдарында стажировка» LFP программаһының презентацияһы үткәреләсәк. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Рәсәй йәш ғалимдар союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Айрат Назыров хәбәр итте.

LFP программаһы Рәсәйҙең йәш белгестәренә Америка ҡушма штаттарының закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдарында, шулай уҡ Американың башҡа ойошма һәм ассоциацияларында эшләп алыу мөмкинлеген бирә. АҠШ-та стажировка үткәндән һуң, программала ҡатнашыусылар Вашингтонда конференцияла ҡатнашасаҡ. Шул уҡ ваҡытта LFP Америка белгестәренә яуап визиты менән Рәсәйгә килергә мөмкинлек бирә.

LFP программаһы тулыһынса АҠШ-тың Дәүләт департаменты менән финанслана. Америка ҡатнашыусыларҙың йәшәү урынынан алып стажировка үтеү урынына тиклем юл хаҡын түләй, Америка визаһы, ҡабул итеүсе ғаиләлә йәшәү, стипендия, медицина страховкаһы, киләһе семинарҙарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге менән тәьмин итә.

Программаның төп маҡсаты – Рәсәй белгестәренең АҠШ-та дәүләт сәйәсәтенең формалашыуы менән танышыу һәм ике ил араһында партнерлыҡ мөнәсәбәттәр булдырыу.

Программаның презентацияһы 1 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында үтәсәк. Программала ҡатнашыуға республиканың 25-35 йәштәге закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдары хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалары вәкилдәре, студенттар һәм йәш ғалимдар саҡырыла. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Рәсәй йәш ғалимдар союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе сайтында (http://bash.rosmu.ru/activity/announces/504.html) танышырға була.