Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан удмурттарының төп ойошмаһы рәйесе итеп ҡайтанан Ренат Ғәләмшин һайланды

Сәйәсәт

Тәтешле районының Яңы Тәтешле ауылында Башҡортостан удмурттарының IV конференцияһы эшен тамамланы. Башҡортостан удмурттарының республика милли-мәҙәни үҙәге рәйесе итеп ҡайтанан Ренат Ғәләмшин һайланды. Шулай уҡ 29 делегаттан торған үҙәк Советы һәм 3 кешенән торған Ревизия комиссияһы һайланды. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Яңы Тәтешле» удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Ксения Милиятова хәбәр итте.

— Конференция бик йөкмәткеле булды, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ксения Милиятова. – Унда ҡатнашыусылар милли мәҙәниәтте һәм удмурттар тарихын һаҡлап ҡалыу һәм тергеҙеү мөһимлеген күрһәтте. Бөгөн тәҡдим ителгән башланғыстар яҡын арала тормошҡа ашырылыр, тип ышанам.

Конференция сиктәрендә унда ҡатнашыусылар «Яңы Тәтешле» тарихи-мәҙәни үҙәгендә булды. Форумды үҙешмәкәр художестволы коллективтар тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары тамамланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть