4 декабрь, Йәкшәмбе

28 октябрь 2011 йыл, 17:34

Йәш лидерҙар АҠШ-тың закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдарында стажировка үтергә саҡырыла

автор: Сергей Захаров

1 ноябрҙә Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында 25-35 йәшлек лидерҙар өсөн «АҠШ-тың закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдарында стажировка» LFP программаһының презентацияһы үткәрелә.  

Программа Халыҡ-ара белем биреү буйынса Америка советтары (АСПРЯЛ/АКСЕЛС) менән идара ителә.

Республиканың закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдары, йәмәғәт һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, студенттар һәм йәш ғалимдар осрашыуға саҡырыла.

Презентацияны БР Йәмәғәт палатаһының Мәғариф, фән һәм инновациялар буйынса комиссияһы ярҙамында Рәсәй Йәш ғалимдар союзының БР-ҙағы төбәк бүлексәһенең Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара алмашыу программалары бүлеге ойоштора.

темалар: мәғариф