Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Быйыл көҙ Йәрмәкәй районынан 20 кеше Ҡораллы Көстәр сафын тулыландырасаҡ

Йәмғиәт

Быйыл көҙ Рәсәй Ҡораллы Көстәренә Башҡортостандың Йәрмәкәй районынан 20 кеше саҡырыласаҡ. Уларҙың күпселеге – юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусылар. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Ватанды һаҡларға егеттәр ҙур теләк менән бара.

Йәрмәкәй ауылының Мәҙәниәт йортонда буласаҡ һалдаттар менән осрашыу үтте. Сара район хакимиәтенең мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге менән ойошторолдо. Егеттәр төрлө спорт ярыштарында көс һынашты, үҙешмәкәр артистар тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙарын ҡараны.

— Ватанды һаҡлау – оло хөрмәт кенә түгел, ҙур яуаплылыҡ та, — тине Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хөснөтдин Хәйретдинов, егеттәргә мөрәжәғәт итеп. – Намыҫлы хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйем. Батырлыҡ эстафетаһы быуындан быуынға тапшырыла. Заманында беҙ ҙә дошмандарҙы тар-мар итеп, Ватан алдындағы бурысыбыҙҙы намыҫлы үтәнек. Командирҙарығыҙ алдығыҙға ҡуйған бурыстарҙы һеҙ ҙә лайыҡлы үтәрһегеҙ, тип ышанам.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть