7 декабрь, Шаршамбы

28 октябрь 2011 йыл, 15:59

Башҡортостан дүрт көн – 4 ноябрҙән 7-һенә тиклем ял итәсәк

автор: Галина Бахшиева

2011 йылдың 4 — 7 ноябре Башҡортостанда ял көндәре тип иғлан ителде, тип хәбәр иттеләр бөгөн «Башинформ» агентлығына БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Йома, 4 ноябрь, Халыҡтар берҙәмлеге көнө, ял көнө булып тора. Кесаҙна, 3 ноябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

Ҡорбан ғәйете байрамы ял көнө — йәкшәмбегә, 6 ноябргә, тура килә. РФ хеҙмәт ҡануниәтенә ярашлы, ял һәм эшләмәгән байрам көндәре тура килгәндә ял көнө байрамдан һуңғы эш көнөнә күсерелә. Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостанда быйыл 4, 5, 6 һәм 7 ноябрь ял көндәре булып тора.

темалар: байрамдар