6 декабрь, Шишәмбе

28 октябрь 2011 йыл, 15:35

Рөстәм Хәмитов Баҡыла II төрки телле илдәр медиа-форумы ҡатнашыусыларын сәләмләне

автор: Әлим Фәйезов

28 октябрҙә Әзербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла «Глобалләшә барған донъяла төрки телле медиа факторы: айырмалар һәм уртаҡ мәнфәғәттәр» II төрки телле илдәр медиа-форумы үҙ эшен башланы. Унда донъяның төрки телле илдәренән һәм төбәктәренән 300-гә яҡын делегат һәм ҡунаҡ ҡатнаша. Рәсәй Федерацияһы исеменән Башҡортостан, Татарстан, Саха-Якутия, Хакасия, Тыва, Ҡабарҙы-Балҡар, Ҡарасәй-Черкесия сығыш яһай.

Башҡортостан исеменән медиа-форумда республиканың РФ Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Шамил Тикеев һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары Алик Шакиров сығыш яһай. А.Шакиров форумда ҡатнашыусыларға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе.

– Бөгөнгө медиа-киңлек – ул йәмғиәттә булған идеялар, рухи-мәҙәни ҡиммәттәр, ҡаҙаныштар һәм проблемалар сағылышы. Сит ил тормошо хаҡында беҙ киң мәғлүмәт сараларынан беләбеҙ. Һеҙ ҙә беҙҙең хаҡта гәзит, телевидение, радио аша беләһегеҙ. Һеҙҙең бөгөнгө ролегеҙ мәҙәниәттәр диалогын ойоштороу кимәленә сығып ҡала. Һеҙ дәүләттәрҙе һәм халыҡтарҙы берләштерәһегеҙ, тығыҙ бәйләнештәр булдырыу өсөн мөмкинлектәр тыуҙыраһығыҙ. Кешеләр бер-береһенең тормошо хаҡында белһен өсөн, бөгөнгө ауыр ваҡытта уртаҡ рухи «таяныстар» тапһын өсөн барыһын да эшләйһегеҙ, — тиелә Башҡортостан Президентының сәләмләү хатында.

Республика башлығы «төрки телле киң мәғлүмәт сараларының был осрашыуы үткәрелһен өсөн» күп көс һалған ойоштороусыларға рәхмәтен белдерҙе.

Рөстәм Хәмитов форумда ҡатнашыусыларға әүҙем һәм һөҙөмтәле эш, перспективалы һәм ҡыҙыҡлы проекттар, яңы идеялар, сәләмәтлек, именлек һәм уңыштар теләне.