Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

«Вся Уфа» телекомпанияһы «ТЭФИ – төбәк» конкурсының финалына сыҡты

Йәмғиәт

«Вся Уфа» телекомпанияһының яңылыҡтар хеҙмәте «ТЭФИ – төбәк» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсының финалына сыҡты.

«Башинформ» агентлығына телекомпаниянан хәбәр итеүҙәренсә, «Вся Уфа» финалда төп телевизион премияға төбәктәрҙәге коллегалары менән түгел, ә Мәскәү Һәм Санкт-Петербург телехеҙмәткәрҙәре менән ярышасаҡ. Конкурсҡа ағымдағы йылдың ноябрь аҙағында йомғаҡ яһаласаҡ, бүләкләү тантанаһы Сочиҙа үтәсәк.    

— Финалға ике көслө телекомпания менән эләгеүебеҙ икеләтә ҡыуандыра, — тине  «Вся Уфа» продюсерлыҡ үҙәге директоры Дмитрий Эйгенсон. – Был Питерҙың «100-ТВ» каналы һәм Мәскәүҙең иң популяр «Дождь» телеканалы.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, былтыр был номинацияла Башҡортостан юлдаш телевидениеһы еңгәйне.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть