Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Башҡортостандағы инфраструктура объекттарының яртыһынан ашыуына инвалидтар ҡаршылыҡһыҙ үтә ала

Йәмғиәт

Башҡортостанда, «Тиң мөмкинлектәр» проекты сиктәрендә, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн ҡала һәм район инфраструктураһының уңайлылығына мониторинг үткәрелде. Уны Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ярҙамында «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе активистары үткәрҙе.

Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең социаль адаптацияһы мәсьәләләренә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү һәм ҡала һәм райондарҙың инвалидтарға уңайлы булған социаль объекттары картаһын төҙөү – уның төп маҡсаты.

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, дөйөм алғанда ҡала һәм район инфраструктураһының 640 объекты тикшерелгән. Һөҙөмтәлә тикшерелгән объекттарҙың 350-һенә инвалидтарҙың ҡаршылыҡһыҙ үтә алыуы асыҡланған. 268 объектҡа мөмкинлеге сикләнгән граждандар өсөн юл ябыҡ. Ҡалған 23 объектҡа йыһазландырыу талап ителмәй. Тикшерелгән объекттарҙың 54 проценты һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы тип табылған.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть