9 декабрь, Йома

28 октябрь 2011 йыл, 13:37

Учалыла сәйәси репрессиялар ҡорбандарын иҫкә аласаҡтар

автор: Евгений Рәхимҡолов

Учалы районында сәйәси репрессиялар ҡорбандарын хөрмәтләп иҫкә аласаҡтар, тип хәбәр ителә район хакимиәтенең рәсми сайтында. 30 октябрҙә билдәләнгән Хәтер көнөнә ҡарата район хакимиәтенең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығында аҡланған граждандар өсөн Асыҡ ишектәр көнө, льготалар биреү, өйгә килеп хеҙмәтләндереү, Ахун ауылындағы оло йәштәге граждандар өсөн ваҡытлыса йәшәү бүлексәһенә урынлашыу мәсьәләләре буйынса консультациялар ойоштороласаҡ. Волонтерҙар һәм мәктәптәрҙең тимурсылар командалары менән реабилитацияланғандар иҫәбенән оло йәштәгеләргә ярҙам күрһәтеләсәк. Ә 29 октябрҙә Учалының Дан паркында сәйәси репрессиялар ҡорбандары һәйкәле янында тантаналы митинг үтәсәк.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Учалы районында бөгөн аҡланғандар статусына эйә һәм законға ярашлы сәйәси репрессияларҙан зыян күреүсе тип табылған 252 кеше йәшәй.