Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Иман нуры» республика пьесалар конкурсында еңеүсе 300 мең һум аҡса аласаҡ

Йәмғиәт

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Хәмзә хажи Аҡбарҙың хәйриә фонды менән берлектә «Иман нуры» республика конкурсын үткәреү тураһында иғлан итте.

Әхлаҡ, изгелек, дуҫлыҡ, матурлыҡ тойғоларын тәрбиәләү, йәмғиәтте социаль һәм рухи проблемаларҙан азат итеү, шулай уҡ Башҡорт драма театры репертуарын байытыу конкурстың төп маҡсаттары булып тора. Бәйге йәш таланттарҙы асыҡларға ярҙам итәсәк, тип иҫәпләй ойоштороусылар.

Конкурста ҡатнашыусы пьесалар үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы һәм заманса булырға тейеш. Бәйге 30 октябрҙән 2012 йылдың 30 апреленә тиклем дауам итәсәк. 300 мең һум аласаҡ еңеүсе исеме 15 июндә — театрҙың әлеге миҙгелен ябыу көнөндә иғлан ителәсәк, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына театрҙың матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть