4 декабрь, Йәкшәмбе

28 октябрь 2011 йыл, 12:41

Дүртөйлө районында беренсе моделле китапхана асылды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Дүртөйлө районының беренсе моделле китапханаһы Әңгәсәк ауыл советы биләмәһендә асылды. Яңы статуста китапхана күп милләтле халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәге булараҡ эшләйәсәк. Эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеше – халыҡты Башҡортостан халҡының мәҙәни мираҫына йәлеп итеү.

Уны асыу тантанаһында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана вәкилдәре ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына мәҙәниәт учреждениеһынан.

Милли китапхана директоры урынбаҫары Рәзил Бикбулатов китапхана етәкселегенә моделле стандарт талаптарына тап килеү сертификатын тапшырҙы. Милли китапхананың Үҫмерҙәр уҡыу үҙәге секторы мөдире Дилә Исмәғилева төрлө пособиелар һәм китаптар бүләк итте.