10 декабрь, Шәмбе

28 октябрь 2011 йыл, 12:08

Рөстәм Хәмитов Rusnanotech-2011 IV Халыҡ-ара форумында сығыш яһаны

автор: «Башинформ» | фото: Андрей Старостин

27 октябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Rusnanotech-2011 IV Халыҡ-ара нанотехнологиялар буйынса форумда ҡатнашты. Рөстәм Хәмитов «Төбәк иҡтисадында инновацион үҫеште нисек тәьмин итергә?» тигән мәсьәлә буйынса фекер алышыуҙа сығыш яһаны, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

— Нимә ул Башҡортостан? Сәнәғәт производствоһы күләме буйынса Рәсәйҙең тәүге ун иҫәбенә ингән ҙур республика. Шул уҡ ваҡытта төрлө сәбәптәр арҡылы һуңғы йылдарҙа республика инновацион сәйәсәт буйынса өлгө алырлыҡ булманы. Нефть сығарыу, нефть эшкәртеү, нефть химияһы кеүек тармаҡтарға күберәк иғтибар бүленде. Был предприятиеларҙа яңы материалдар етештерелмәне. Бер һүҙ менән әйткәндә, совет осорондағы кеүек йәшәлгән. Нефть, нефть химияһы, химия, машиналар эшләү буйынса бер нисә предприятие – һәм шуның менән вәссәләм. Был байлыҡтар дөйөм алғанда 310-320 миллиард һум килтерә. Уларҙың яртыһы республикала ҡала, яртыһы федераль үҙәккә оҙатыла. Ҡалған яртыһының 90 проценты бөгөнгө көндә — ул социаль сығымдар: уҡытыусыларҙың, табиптарҙың эш хаҡы һәм башҡалар. Башҡортостан кеүек ҙур һәм ҡеүәтле республикала инфраструктура, инновация өлкәһен үҫтереү мәсьәләләренә беҙ ни бары 10 процент ҡына йүнәлтә алабыҙ, — тине республика башлығы.

— Нимә эшләргә? Хәл итеү юлдары күп тә түгел кеүек, әммә эре компаниялар менән эшләй башлауыбыҙ аңлашыла. Мин йыл ярым тирәһе Президент вазифаһында эшләйем. Был осор эсендә әлеге йүнәлештә алға китеш булманы. Инновацион производство юҡ. Уларҙы үҫтереү өсөн республика бюджетына, беҙгә тәүәкәллек етмәй, — тип борсолоуын белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

— Федераль үҙәк. Анатолий Борисович Чубайс етәкселегендәге РОСНАНО кеүек эре инновацион компаниялар беҙҙең республикаға яңы саҡ әҙләп үтеп инә башланы. Был компания менән килешеү төҙөнөк, 2015 йылға инновацион продукция күләменең бер йылға 90 миллиард һумға тиклем үҫеүен күҙаллайбыҙ. Бөгөнгө көнгә ҡарағанда был яҡынса ун тапҡырға күберәк. Дүрт йыл ғына ҡалды, башҡараһы эштәр күп. Быны тормошҡа ашырып булырмы? Әгәр бик ныҡ тырышһаҡ, ауыр булһа ла, хәл итеп булыр. Эре инновацион компанияның беҙҙең республикаға үтеп инеүенең был берҙән бер миҫалы, ә ҡалғандарын үҙебеҙ уйлап табырға бурыслыбыҙ, — тин һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.

— Беҙ нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы тураһында оноттоҡ. Бөгөн был милек Мәскәүҙең эре компаниялары ҡулында. Уларҙың сәйәсәтенә йоғонто яһай алмайбыҙ. Шуның өсөн күп нәмәне үҙебеҙ эшләргә тейешбеҙ. Инновацион тип атарлыҡ етегә яҡын яңы технология булдырҙыҡ. Рәсәй Федерацияһында улар лидер булып тора, — тип билдәләне республика башлығы.

— Машиналар эшләү – бик мөһим тармаҡ. Унһыҙ илдең киләсәге лә булмаясаҡ. Беҙ «РусГидро» компанияһы менән берлектә технопарк булдырҙыҡ, бының өсөн икешәр миллиард һум тотондоҡ. Энергияны һөҙөмтәле ҡулланыу технологиялары технопаркын булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Авиация двигателдәре, нефть эшкәртеүсе заводтар өсөн ҡоролмалар етештереүсе һәр предприятие был үҙәккә продукцияға заказ бирә ала. Бында заманса технологиялар ҡулланып, төрлө ҡорамалдар, шул иҫәптән был предприятиела эшләнәсәк двигателдәрҙә ҡулланылған деталдәр еткермәксебеҙ. Йәғни был завод Башҡортостан өсөн генә түгел, Рәсәй машиналар эшләү тармағы өсөн дә продукция етештерәсәк. Заманса технологиялар ҡулланылған бындай хеҙмәтләндереү баҙарын Башҡортостанда 8-9 миллиард һумға баһалайбыҙ. Рәсәй кимәленә килгәндә, был производство күләмдәренең бер нисә тапҡырға артыуы ла ихтимал. Башҡортостан кеүек бер профилле республикала ла заманса һәм инновацион юлдарҙы таба белеүгә был бер миҫал булып тора, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.