Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала биш йылда 48000 эш урыны булдырыу планлаштырыла

Иҡтисад

Башҡортостан райондары һәм ҡалаларының хакимиәттәре менән тәҡдим ителгән һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, яңы предприятиеларҙы сафҡа индереү, әле эшләгәндәрен киңәйтеү, шулай уҡ халыҡтың үҙ аллы эшмәкәрлеге арҡаһында төбәктә 8 меңгә яҡын яңы эш урыны булдырылған.

Дөйөм алғанда 2011-2015 йылдарға территорияларҙың комплекслы программалары саралары буйынса 48 мең самаһы эш урыны булдырыу планлаштырыла. Шул уҡ ваҡытта уларҙың яртыһы Өфөлә, Ағиҙелдә, Стәрлетамаҡта, шулай уҡ Белорет, Туймазы, Бәләбәй, Нуриман, Благовар, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Учалы, Өфө һәм Яңауыл райондарында барлыҡҡа киләсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2008-2010 йылдарҙа инвестицион проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу Башҡортостанда өҫтәмә рәүештә 16 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеге биргән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть