Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда 1,3 млн «квадрат» торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған

Иҡтисад

Быйылғы йылдың ғинуар-сентябрендә иң күп торлаҡ республикала Өфөлә, Нефтекамала, шулай уҡ Өфө, Бәләбәй, Туймазы, Мәләүез һәм Бөрө райондарында төҙөлгән.

— Ни бары туғыҙ айҙа республиканың муниципаль райондарында — 770 мең квадрат метр, ҡала округтарында 512,5 мең квадрат метр (дөйөм күләмдән 40 процент) торлаҡ майҙаны сафҡа индерелгән, — тип хәбәр итте иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Лилиә Мәзитова.

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығынан билдәләүҙәренсә, төбәктең 37 районында торлаҡты сафҡа индереү күләмдәре буйынса ыңғай динамика күҙәтелгән. Иң юғары үҫеш – 2,6 тапҡыр – Илеш районында теркәлгән.

Бер мең кешегә иҫәптә файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ биналарға килгәндә иһә, әлеге ваҡытта Өфө, Иглин, Бөрө һәм Бөйән райондарында иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть