10 декабрь, Шәмбе

28 октябрь 2011 йыл, 9:21

Өфөлә хәләл продукция йәрминкәһе үтәсәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

6 һәм 7 ноябрҙә Өфөнөң «Ихлас» мәсете биләмәһендә Ҡорбан ғәйетенә бағышланған хәләл ризыҡтар йәрминкәһе үтәсәк. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты ҡарамағындағы «Хәләл» стандарты буйынса комитет рәйесе Тимур Шәңгәрәев хәбәр итте.

Шәриғәт ҡанундарына тап килгән аҙыҡ-түлек продукттарын етештереүселәр киң ассортимент тәҡдим итәсәк: ит, ярымфабрикаттар, ҡош ите, ҡымыҙ, һөт аҙыҡтары, май продукцияһы, кондитер изделиелары.

— Йәрминкәлә продукция сағыштырмаса арзан буласаҡ, — тине Тимур Шәңгәрәев. – Етештереүселәр продукттарын аралашсыһыҙ, туранан-тура тәҡдим итәсәк.