5 декабрь, Дүшәмбе

27 октябрь 2011 йыл, 16:55

Башҡортостандың төҙөлөш тармағы көрсөктән һуң аяҡҡа баҫа башланы

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Киләһе йылда Башҡортостанда 100 мең квадрат метрҙан башлап унан ҙурыраҡ майҙанлы биш-алты ҙур проект төҙөү планлаштырыла. Был хаҡта Инвестициялар, күсемһеҙ милек һәм девелопмент форумының пленар ултырышында Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Григорий Невоструев белдерҙе.

Атап әйткәндә, Максимовка һәм Глумилино биҫтәләрен комплекслы үҙләштереү көтөлә.

— Бөгөнгө көндә ҡала хакимиәте менән берлектә беҙ был объекттарҙы инженерлыҡ инфраструктураһы менән тәьмин итеү мәсьәләһен ҡарайбыҙ, — тине ул.

Григорий Невоструев һүҙҙәренсә, республиканың төҙөлөш индустрияһы көрсөк эҙемтәләренән һуң яйлап аяҡҡа баҫа башлаған.

— Пландар һәм эштәр күп. Киләсәктә улар тағы артасаҡ, тип уйлайым, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары. – Проекттарҙың бер өлөшө тормошҡа ашырыла башланы ла инде. 2012 йылда республикала халыҡтың социаль төркөмөнә һәм территорияларҙы үҙләштереү өсөн яңы комплекстарға ярҙам күрһәтеү буйынса программаларҙы үҫтереү механизмдары булдырыласаҡ, тип көтөлә.