6 декабрь, Шишәмбе

27 октябрь 2011 йыл, 16:40

Константин Толкачев: «Ветерандар – халыҡтың иң әүҙем, тәртипле һәм битараф булмаған өлөшө»

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан халҡының дүрттән бер өлөшөн тәшкил иткән ветерандар халыҡтың иң әүҙем, тәртипле һәм битараф булмаған өлөшө булып тора, тип билдәләне Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, республика Ветерандар советының II пленумында сығыш яһап.

– Һеҙ һәр ваҡыт беҙгә терәк булдығыҙ һәм булып ҡалаһығыҙ, — тип билдәләне ул. – Һеҙҙең арҡала ирекле илдә йәшәйбеҙ, һеҙҙең быуын геройҙары өлгөһөндә тәрбиәләнгәнбеҙ. Һеҙ йәмғиәтебеҙҙең нигеҙе булып тораһығыҙ, ә һайлауҙарҙа күрһәтелгән әүҙемлек илдең киләсәген тиерлек билдәләй.

Республика парламенты спикеры үҙенең докладында донъя иҡтисадындағы хәлде анализланы, ил һәм республика етәкселегенең ветерандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса пландары менән таныштырҙы. Сара аҙағында Константин Толкачев пленумда ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

темалар: ветерандар